Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 20:43

Етеҙҙәр, мәргәндәр, сәмлеләр ярышты

2021 йыл - Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы. Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә мәҙәни, спорт саралары үткәрелә. Республика халҡы оҙайлы каникулдарҙа ял итеп кенә ҡалмай, ғаиләләре менән төрлө мәҙәни, спорт сараларында, марафондарҙа, акцияларҙа, флешмобтарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Иҙел башында, каникул мәлендә, 800-ҙән ашыу мәҙәни сара ойоштороу ҡаралған. Мәҙәниәт идаралығының ауыл хакимиәттәре, мәктәп, мәҙәниәт усаҡтары менән берлектә үткәрелгән сараларҙа балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә берҙәй әүҙем ҡатнаша.
3 ғинуар – республикала Ҡышҡы уйындар көнө уңайынан төрлө саралар үткәрелде. Ломовкала, Сермәндә – хоккей, Аҙналыла шаулап-гөрләп саңғы турнирҙары үтһә, Үҙәндә балыҡсылар ярышты.
Мәҙәни, спорт саралары тураһындағы материалдарҙы гәзитебеҙҙең киләһе һанында, сайтта уҡый аласаҡһығыҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ!
Читайте нас: