-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2021, 21:14

Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүгә алды

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы белгестәрҙе йыйып, граждандарға килгән квитанцияларҙағы хаҡтың артырыуы сәбәбен тикшерә.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы белгестәрҙе йыйып, граждандарға килгән квитанцияларҙағы хаҡтың артырыуы сәбәбен тикшерә.
– Йылдың тәүге көндәрендә, халыҡтан мөрәжәғәттәр килә башлау менән, эксперттарҙы саҡырып, хәлгә анализ яһаныҡ, уны йәмәғәт контроленә алабыҙ. Проблемаларҙың береһе – иҫәп приборҙары күрһәткестәрен автоматлаштырылған тәртиптә тапшырыу өсөн модемдар бөтә йорттарға ла ҡуйылып бөтмәгән. Өфөлә ундайҙар меңгә яҡын. Бындай йорттарҙа хаҡ артҡан, шартлы рәүештә мең һумға уҡ булмаһа ла, 300-гә. Сөнки иҫәп приборы юҡ икән, тарифты максималь норматив буйынса иҫәпләйҙәр, йылылыҡ менән тәьмин иткән ойошма өсөн был бик отошло. Бер модемдың хаҡы 10 мең һум самаһы. Халыҡтың өҫтәмә сығымын кәметеү өсөн республиканан һәм БашРТС-тан аҡса бүлеүгә өлгәшәсәкбеҙ, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.
Мәғлүм булыуынса, декабрь айы өсөн килгән түләү квитанцияларында хаҡ 30-70 процентҡа юғарыраҡ ҡуйылғайны. Социаль селтәрҙә ошоға бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр байтаҡ булды.
Фото: yur-gazeta.ru