Был тәмле тәғәмде әҙерләр өсөн 500 г тауыҡ түшкәһе, 60 г фета, 10 ҙур тоҙланмаған шампиньон, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы он, ярты стакан ваҡланған моцарелла, йәшел тәмләткестәр, тәменсә ҡара борос, тоҙ һәм 1 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәгер.
Шампиньондарҙы йыуып ҡоротабыҙ һәм үткер бысаҡ менән һаптарын уйып алабыҙ. Противень төбөнә пергамент йәйеп, бәшмәктәрҙе эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып теҙеп сығабыҙ. Тауыҡ түшкәһен ваҡ ҡына итеп турайбыҙ һәм табала 1 аш ҡалағы үҫемлек майын ҡыҙҙырып, итте 5 минут тирәһе ҡурабыҙ. Ул арала бәшмәктәрҙең һабын ваҡлап, табалағы иткә өҫтәйбеҙ һәм йәнә 5 минут ҡурабыҙ. Ондо ҡаймаҡ менән бутап, табаға ҡоябыҙ һәм утты кәметәбеҙ. Тәменсә тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Ҡатышманы 8-10 минут самаһы быҡтырып, ҡуйырыу менән уттан ситкә алабыҙ. Ул һыуынғансы духовканы ҡуйып, 180 градусҡаса йылытабыҙ. Фетаны ҡырғыс аша үткәреп, тауыҡ
һәм бәшмәккә ҡушабыҙ. Ваҡ ҡына туралған петрушка өҫтәйбеҙ. Ҡатышманы аш ҡалағы ярҙамында шампиньондарҙың эшләпәһенә тултырабыҙ һәм өҫтөнә ҡырылған моцарелланы һибеп, 15-20 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.
Байрам табынығыҙ - йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын!