Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 15:00

"Ҡар өҫтөндәге муйынсаҡтар"

Салат өсөн 300 г һыйыр ите, 5 бөртөк маринадланған ваҡ ҡыяр, 2 бешкән кишер, 4 йомортҡа, 150 г сыр, майонез, биҙәү өсөн гранат емештәре кәрәк.

Салат өсөн 300 г һыйыр ите, 5 бөртөк маринадланған ваҡ ҡыяр, 2 бешкән кишер, 4 йомортҡа, 150 г сыр, майонез, биҙәү өсөн гранат емештәре кәрәк.
Итте, маринадланған ҡыярҙарҙы ваҡлап турайбыҙ, кишерҙе һәм сырҙы ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Йомортҡаның
ағын һарыһынан айырып, сиратлап ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың тәүге ҡатламына - ит, икенсе ҡатламына ҡыяр һалып, майонездан селтәр эшләйбеҙ. 3-сө ҡатламда - кишер һәм майонездан селтәр, 4-се ҡатламда - йомортҡа һарыһы менән сырҙың ҡушылмаһы. Уның өҫтөнә лә майонез яғабыҙ. Салатты ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы менән ҡаплап, өҫтөн гранат емештәре менән биҙәп ҡуябыҙ.
Читайте нас: