Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2021, 12:00

Байрам күңелле уҙҙы

Яңы йыл маскарады бик үҙенсәлекле үтте Хөсәйендә. Ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән байрам күренештәре барыһының да күңеленә хуш килде.

Яңы йыл маскарады бик үҙенсәлекле үтте Хөсәйендә. Ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән байрам күренештәре барыһының да күңеленә хуш килде.
Һәр йорт алдын тиерлек биҙәгән ҡар һындар конкурсына йомғаҡ яһалып, ауыл депутаттары Хәлим Ғәлиастанов менән Миләүшә Сәлмәнова оҫта ҡуллы ауылдаштарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шығай ауыл хакимиәте башлығы сараны ойоштороусыларҙы аҡсалата ярҙам менән дә һөйөндөрҙө. Ауыл китапханасыһы Миләүшә Йәнгәрәева әҙерләгән мауыҡтырғыс уйындар иһә бит остарын семеткән һыуыҡты ла һиҙҙермәне.
Матур байрам кәйефе өләшкәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт! Яңы йылда ла шулай әүҙем, берҙәм булайыҡ!
Фәйрүзә ҒАЗЗАЛОВА.
Хөсәйен ауылы.
Читайте нас: