Оҙайлы яңы йыл каникулдарының республикала коронавирус буйынса эпидемиологик хәлдә кире сағылыш табыуы ихтимал, тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Тест уҙғарыуҙы 40% кәметттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш кенә лаборатория эшләне. Ауыр сирлеләрҙең килә башлауы мөмкин, тигән хәүеф бар. Хәлдең нисек дауам итеүен ҡарарбыҙ. Байрам көндәрендә үҫеш 3% билдәләнде», — тине ведомство вәкиле.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ауырыуҙар артҡан осраҡҡа, буш урындар (30%), кәрәкле дарыуҙар һәм табиптарҙың тәжрибәһе бар.