Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 15:17

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта башлай

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта башлай.

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта башлай.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе арттырырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.
2019 йылдың ғинуарынан республикала әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарға берҙәм билдәләнгән хаҡ индерелгәйне. 2020 йылдың 1 сентябренән ул күтәрелде. Элек бер кешегә 70 һум түләгәндәр өсөн хаҡ 5 һумға артты, хәҙер ул айына – 75 һум, элек 35 һум түләгәндәр өсөн 20 һумға ҡиммәтләнде, бер кешегә – 55 һум. Сумма 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тораҡ пункттан сүп-сар сығарыуға йәки сығармауға ҡарап билдәләнгән.
Властар белдереүенсә, был дәүмәл – ваҡытлыса.
«Беҙ билдәләгән тариф иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, ул күпкә түбәнерәк. Беҙ быға аңлы рәүештә барҙыҡ. Хәҙер бурыстың беренсе этабы үтәлде – сүпте сығара башланылар. Киләһе этапты тормошҡа ашырырға – ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә сүп-сар сығарыу өсөн тарифты арттырыуҙың киләһе этабы тураһында уйлау мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.
«Спецавтохозяйство» предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһында (1-се зона) ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн хаҡ күп фатирлы йортта – 75 һум, шәхси өйҙә 76 һумға тиклем була.
«Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторының 2-се зонаһында түләү күп фатирлы йортта — 96 һум, шәхси йортта — 97 һум.
«Экосити» төбәк операторының 3-сө зонаһында хаҡ күп фатирлы йортта — 94 һум, шәхси өйҙә — 96 һум.
4-се зонала («Экология Т» төбәк операторы) түләү күп фатирлы йортта — 95 һум, шәхси йортта— 96 һум
4+ зонала («Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы) күп фатирлы йортта хаҡ — 104 һум, шәхси өйҙә — 106 һум.
Фото: tumblr.com
Читайте нас: