Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 17:35

Боғанаҡтар сәкән һуға

Боғанаҡ ауылында хоккей коробкаһын асыу тантанаһы - һәр бала өсөн көтөп алынған иң шатлыҡлы ваҡиға булғандыр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ғәмәлләшкән был проект - бөтөн ауыл халҡының дәррәүлеге емеше.

Боғанаҡ ауылында хоккей коробкаһын асыу тантанаһы - һәр бала өсөн көтөп алынған иң шатлыҡлы ваҡиға булғандыр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ғәмәлләшкән был проект - бөтөн ауыл халҡының дәррәүлеге емеше. Ауыл әүҙемдәренең береһе Александр Молчановтың етәкселеге аҫтында барған эштәрҙә эшҡыуарҙар - Сергей Никитенко, Мөхәмәт Хажиәлиев, Роман Третьяков төҙөлөш материалдары менән тәьмин итһә, депутат Денис Самохин - майҙансыҡты яҡтыртыуҙы, янғын һүндереүсе Азат Сәйфуллин уны боҙ менән ҡаплауҙы үҙ өҫтөнә алды. Төҙөлөш эштәрендә айырыуса мәктәп уҡыусылары ҙур ярҙам күрһәтте. Боғанаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашып, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева буласаҡ хоккейсыларға сәкәндәр һәм шайба бүләк итте.
Читайте нас: