1 ғинуарҙан мәктәптәрҙә уҡыу өсөн мобиль телефондарҙы ҡулланыуҙы тыйған яңы санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде.
Документҡа ярашлы, белем алыу өсөн мобиль бәйләнеш саралары рөхсәт ителмәй. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, мобиль телефондың экраны ҙур түгел, ундағы яңы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү күреү ағзаларын көсөргәнешкә һәм һындың кәкрәйеүенә килтереүе мөмкин. Шуға күрә телефондарҙы компьютер йәки планшет урынына дәрестә ҡулланырға ярамай.
Шулай уҡ был документта уҡыу барышында ҡулланылған техника өсөн нормалар ҙа яҙылған. Мәҫәлән, 10 йәшкә тиклемгеләргә интерактив таҡтала – 20 минут, унан өлкәндәргә 30 минут ҡына шөғөлләнергә мөмкин. Компьютерҙа иһә I–II кластарға – 20 минут, III–IV – 25 минут, V–IX – 30 минут, X – XI кластарға – 45 минут.