Башгидрометүҙәк синоптиктары иҫке стиль буйынса яңы йыл төнөнә һауа торошон хәбәр итте. Белгестәр мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Башҡортостан биләмәһендә термометр бағанаһы -33 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ иһә -11 -16 градус була.
Өфөлә кесаҙна кискә табан бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана.
Бынан алда «Башинформ» ғинуарҙың беренсе декадаһында яуым-төшөм айлыҡ норманан 80% яуыуы тураһында хәбәр иткәйне.