Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 18:20

Яңы йылды күңелле ҡаршыланыҡ

Ғәбдөк ауылы Яңы йылды күңелле байрамдар, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды.Көн һайын мәктәп урамында үҫкән шыршы эргәһендә урамдар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышты. Йылға уртаһына боҙға шыршылар ултыртып биҙәнеләр, катоктар, таусыҡтар әҙерләнеләр.

Ғәбдөк ауылы Яңы йылды күңелле байрамдар, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды.
Көн һайын мәктәп урамында үҫкән шыршы эргәһендә урамдар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышты. Йылға уртаһына боҙға шыршылар ултыртып биҙәнеләр, катоктар, таусыҡтар әҙерләнеләр.
Байрамды Йәштәр, Инйәр урамдарында йәшәгәндәр, ауылса әйткәндә, туғайҙар башлап ебәрҙе, аръяҡтар (С. Юлаев урамы) дауам итте. Улар иһә эстафетаны үръяҡтарға (Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы урамы) тапшырҙы. Һәр урам ҡыҙыҡлы уйындар, маскарад костюмдары, Ҡыш бабай бүләктәрен әҙерләне. Туғай Шыршыһына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу йыл хужаһы Үгеҙҙе кашауай санаға егеп килһә, аръяҡ урамдар биҙәлгән атта елеп килеп етте. Һәр урамдың Ҡыш бабайы,
Ҡарһылыуы, ойоштороусылар менән бергә, уйындар уйнатты, мул итеп күстәнәстәр таратты. Уйнап арығандар, өшөп киткәндәр боҫрап торған ҡайнар самауыр сәйе, уңған хужабикәләр әҙерләгән тәм-томдар, тары бутҡаһы, бәрәңге менән һыйланды.
Байрамдар олоһона ла, кесеһенә лә бик оҡшаны: берәүҙәр тауҙа шыуҙы, икенселәр конькиҙа елдерҙе, дәртлеләр шыршы тирәләп йырлап-бейеп күңел асты, өлкәндәр тамаша ҡылып, тиңдәштәре менән гәпләшә-гәпләшә сәй менән һыйланды. Шулай күтәренке кәйефтә Яңы йылға аяҡ баҫты ғәбдөктәр.
Байрамдарҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ауылдаштарға, ауыл активына, бағыусы ярҙамы күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғариф улы Салауатовҡа ҙур рәхмәттәр белдерәбеҙ.
Сәүиә ЗАКИРОВА.
Ғәбдөк ауылы
Читайте нас: