Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 11:23

Яна Ғәббәсова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Беренсе каналдың туғыҙынсы «Голос» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен алды. Был хаҡта йәш артист инстаграмда хәбәр итте.

Беренсе каналдың туғыҙынсы «Голос» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен алды. Был хаҡта йәш артист инстаграмда хәбәр итте.
Йырсыға маҡтаулы исемде республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Яна Ғәббәсова — Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек яҡташыбыҙ илдең төп йыр проектының йомғаҡлау этабына үткән берҙән-бер ҡыҙ булды. Яна Ғәббәсова һүҙҙәренсә, «Голос» шоуынан һуң үҙе йырҙар яҙып, тыңлаусыларын ҡыуандырырға уйлай.
Читайте нас в