Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 17:13

Юғары баһа алдылар

Баш ҡалала «Йыл һөнәрсеһе - 2020” Асыҡ республика конкурсының финалы уҙҙы. Эштәр күргәҙмәһе һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Һөнәрселәр аҙналығы сиктәрендә үтте. “Һөнәрселәр Аҙналығы” ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проектына ярашлы үткәрелде. Милли проекттың төп йүнәлештәренең береһе - һөнәрселәрҙе һәм оҫталарҙы күтәреү.

Өфөнөң сауҙа-күргәҙмә комплексында оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен – өҫкө һәм аяҡ кейемдәре, көмөштән биҙәүестәр, интерьер, ағасҡа һырлап эшләү, керамика һәм күндән әйберҙәр тәҡдим итте. Сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Ҡазан, Һамар, Силәбе, Волгоград, Пермь, Липецк һәм Тольятти ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты.
Асыҡ республика конкурсында Иҙел башы намыҫын Виргиния Латохина, Наталья Калмыкова һәм Сергей Зонов яҡланы. Улар ағас, таш кеүек тәбиғи материалдар ҡулланып эшләнелгән “Белорет” яҙыуы менән магниттар, быйма-брелоктар, ҡулдан һырланған керамик ҡыңғырауҙар, “Тарих ҡуласаһы” мәғлүмәт стендтары тәҡдим итте.
Оҫталар конкурста ҡатнашыу тәҡдимен ҡаҙаныштарын республика кимәлендә күрһәтеү мөмкинлеге тип ҡабул итте һәм юғары баһа алды.
Читайте нас: