-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 10:53

Бер тәүлектә 500-гә яҡын дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлде

Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән ауырығандар һаны арта, тәүлек эсендә – 499 кеше. Пневмониянан һауыҡҡан пациенттар – 303. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, 167 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 21 402 кеше.
Уҙған тәүлектә COVID-19-ҙан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны шул уҡ кимәлдә — 161.
786 пациент стационарҙа ята, уларҙың 78-е – ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ә 4 344 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә — 110, бөтәһе 16 111 кеше һауығып сыҡҡан.