Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 17:06

Башҡорт дәүләт университеты “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрә

19 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттар һәм ата-әсәләре өсөн онлайн-осрашыу үткәрә. Комиссияһы белгестәре ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре, әҙерлек йүнәлештәре һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк.

19 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттар һәм ата-әсәләре өсөн онлайн-осрашыу үткәрә. Комиссияһы белгестәре ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре, әҙерлек йүнәлештәре һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк.
Осрашыу19 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә БДУ-ның рәсми ютуб-каналында https://www.youtube.com/channel/UCC6g0kwrF-O3k7IDosOFfiQ үтәсәк.
Ә 20 ғинуарҙа БДУ-ның ҡабул итеү комиссияһының “ВКонтакте” төркөмөндә онлайн-консультациялар старт ала. Юғары уҡыу йортоноң бөтә институттары һәм факультеттары абитуриенттар өсөн консультациялар үткәрәсәк.
20 ғинуар: БДУ колледжы - 17.00; философия һәм социология факультеты - 18.00; физик-техник институт 19.00 сәғәттә.
21 ғинуар: биология факультеты - 17.00; Тарих һәм дәүләт идаралығы институты - 18.00; башҡорт филологияһы, журналистика факультеты 19.00 сәғәттә.
22 ғинуар: инженер факультеты - 17.00; Хоҡуҡ институты - 18.00; психология факультеты 19.00 сәғәттә.
25 ғинуар: химик факультет - 17.00; филология факультеты - 18.00; Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты 19.00 сәғәттә.
26 ғинуар: математика һәм мәғлүмәти технология факультеты - 17.00; Ер тураһында фән һәм туризм факультеты - 18.00; роман-герман филологияһы факультеты 19.00 сәғәттә.
Осрашыу расписаниелары уҡыу йортоноң сайтында урынлаштырылған: https://www.bashedu.ru/ru/novosti/v-bashgu-proidet-seriya-dnei-otkrytykh-dverei
Ҡабул итеү кампанияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу телефондары: 8-347- 229-97-21; 8-987-029-97-21, 8-986-700-97-21(WhatsApp).
Теләүселәрселәр электрон адрес буйынса ла бәйләнешкә сыға ала: [email protected]
На правах рекламы. Лицензия № 1964 от 26.02.2016 г.
Читайте нас: