-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 12:27

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре артыҡ ҡағыҙ эшенән азат ителә

Ғинуар аҙағында депутаттар Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән һәм дәүләттән бушлай ер алырға хоҡуғы булған граждандарға ҡағылышлы закон проектын ҡарай.

Парламент спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, документта ғаиләгә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер алыуға иҫәпкә торғанда инвалидлыҡты раҫлаған документтарҙы шәхсән тапшырмаҫҡа тәҡдим ителә.
«Әгәр ғариза биреүсе белешмә килтермәһә, башҡарма власть органы йәки урындағы үҙидара органы ведомство-ара мәғлүмәт үҙ-ара эш итеү каналдары буйынса кәрәкле мәғлүмәтте үҙе һорап алырға тейеш», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, медик-социаль экспертиза дәүләт учреждениеларынан документтарҙы шәхсән тапшырыу тураһында талап федераль законда билдәләнгәйне, ләкин 2020 йылдың 1 июлендә был норма ғәмәлдән сығарылды.