Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:40

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ булыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 18 ғинуарҙа көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.

Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ булыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 18 ғинуарҙа көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, ҡар. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр.
Һауа температураһы төндә -20, -25, урыны менән -32, көндөҙ -16, -21, көньяҡта -12 градус.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрым.
Башинформ.
Фото: hibiny.com
Читайте нас: