Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 16:12

Республикала ковидҡа ҡаршы һанлы паспорт хужаларына льготалар бирелә

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һүҙҙәренсә, проектты февраль башында башлап ебәреү планлаштырыла. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы башҡара – паспорт һанлы, QR-код рәүешендә була. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетты теркәргә кәрәк.

Проекттың асылы шунда: ковидтан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәргә, льготаларға, ташламаларға эйә була һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә индерелгән сикләүҙән азат ителә.
Александр Сидякин һүҙҙәренсә, прививка эшләткән кеше тамашасыларҙың 30 процентлы квотаһынан тыш спектаклдәргә, концерттарға, киноға бара ала. Спорт уйындарында тулы трибунала ултырырға хоҡуҡлы. Ҡайһы бер магазиндар проекттың партнерҙары була һәм QR-код буйынса ҡатнашыусыға ташлама яһай. Вакцина алған кешеләр фитнес-үҙәктәргә, шифаханаларға, туристик урындарға иркенләп йөрөргә мөмкин. Уҡытыусыларға өҫтәмә аҡса һәм ял көндәре бирелә. 65 йәштән өлкәндәргә ҡарата барлыҡ эпидемияға ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәре хәүефһеҙлегенә махсус иғтибар бүленә. «Шулай итеп, был проектта иң мөһиме – вакцинаны популярлаштырыу, сөнки ошо сараларҙан башҡа коллектив иммунитетҡа ирешә, эпидемияны еңә алмайбыҙ. Кешеләр ҡаты ауырый», — тине республика башлығы.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республика 18,84 мең доза «Спутник V» вакцинаһы алды, февралдә – 50,8 мең, мартта 100,7 мең доза килтереүҙәре көтөлә.
72 медицина учреждениеһы вакцинаны һаҡлау өсөн ҡорамал менән тәьмин ителгән дә инде, улар прививка пункттары булараҡ эшләргә мөмкин. Тағы 13-ө ошондай ҡорамал һатып алып, тиҙҙән прививка яһатырға теләүселәрҙе ҡабул итә башлай.
Читайте нас: