Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:50

Өсөнсө тапҡыр булмаясаҡ! – Радий Хәбиров республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына ҡаты иҫкәртеү яһаны

Радий Хәбиров, дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевтың республика ҡалаларында йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыу сәбәптәре тураһында докладын тыңлағандан һуң, ҡаты иҫкәртеү яһаны

Радий Хәбиров, дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевтың республика ҡалаларында йылытыу өсөн хаҡтарҙың артыу сәбәптәре тураһында докладын тыңлағандан һуң, ҡаты иҫкәртеү яһаны:
«Һеҙ эшләгән осорҙа был инде икенсе осраҡ? Өсөнсө тапҡыр булмаясаҡ! — тине республика етәксеһе. — Һеҙ шуның өсөн яуап биргән ведомство етәксеһе, шул иҫәптән ошо мәсьәләләрҙе күҙ уңында тоторға тейешһегеҙ».
Транспорт министрлығы – юл үткәргесте ремонтлау, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу мәсьәләләре менән насар шөғөлләнде, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Аңлатыу эшен алып барырға кәрәк! Урамға сығығыҙ ҙа күпселек халыҡтан йыл әйләнәһенә түләүҙән 1/8-гә күсеүҙең нимә икәнен һорағыҙ. Ентекләп аңлатылмаған, зинһар, быға етди ҡарағыҙ!» — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика башлығы йылытыу өсөн артыҡ түләүҙе асыҡлау һәм уларҙы кире ҡайтарыу буйынса эште аныҡ ойошторорға ҡушты.
Башинформ.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: