Республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы сирлеләр статистикаһын яңыртты. 19 ғинуарға COVID-19-ҙы әүҙем йөрөтөүселәр һаны – 5 326. Һуңғы тәүлектә улар алтауға кәмегән.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 22 235 кешенең диагнозы раҫланған. Һауыҡҡандар исемлегендә – 16 743, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 173 кеше дауахананан сыҡҡан.
Шулай уҡ һуңғы тәүлектә республикала коронавирус ҡорбандары артмаған. Исемлектә 166 исем бар.