"Газпрома" етәксеһе Алексей Миллерҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, 2030 йылда Рәсәйҙә техник яҡтан һәр кем үҙ йортона газ индерә аласаҡ. Йәғни уны үткәрелгән торбаға тоташтырыу мөмкинлеге буласаҡ. Был турала ул Президент Владимир Путин менән видеоконференция режимындағы осрашыуҙа белдергән. Әңгәмә барышы стенограммаһы менән Кремль сайтында танышырға мөмкин.