Ауылдың Үҙәк урамында, Ноҡат, Арышпар, Айыс ауылдары халҡын медицина хеҙмәттәре менән тәьмин иткән, иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Ә яңы ФАП киләсәктә ауыл халҡының көнитмеше өсөн тағы ла уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Заманса учреждение планға ярашлы, ашығыс һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.