Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 13:05

Райондарға яңы автомобилдәр юлланды

20 ғинуарҙа Республика Йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров республиканың медицина ойошмаларына өр-яңы машиналар асҡыстарын тапшырҙы.

20 ғинуарҙа Республика Йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров республиканың медицина ойошмаларына өр-яңы машиналар асҡыстарын тапшырҙы.
Шулай итеп, 15 Lada Granta 219010 һәм 10 УАЗ 3163 автомобилдәре республиканың Йылайыр, Дәүләкән, Салауат, Йәрмәкәй, Шишмә, Баймаҡ, Ауырғазы райондары, Нефтекама, Салауат ҡалалары дауаханаларына юлланасаҡ.
Автомобилдәр федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған. Улар беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе учреждениелар, ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан үҙәк район һәм ҡала дауаханалары, шулай уҡ пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарға тиклем илтеү өсөн дә тәғәйенләнгән.
Андрей Назаров был заманса йыһазландырылған авомобилдәр медицина хеҙмәткәрҙәренең былай ҙа ҡатмарлы эшен уңайлыраҡ итәсәк, тип белдерҙе.
– Әлеге ваҡытта тотош илдә медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыуға баҫым яһала. Мәҫәлән былтыр, беҙҙең республиканың медучреждениелары “С” класлы 30 һәм “В”класлы 28 автомобиль алды.
Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә амбулатор шарттарҙа балаларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә тағы ла 11 автомобиль, паллиатив медицина ярҙамының патронаж бригадалары өсөн – ике, унан тыш, тағы ун күсмә комплекс ҡайтарылды.
Андрей Назаров медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: