Алдағы көндәрҙә Бөтә донъя фольклориадаһы-2021 тураһында ҡарар ҡабул ителә, тип белдерҙе республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов брифингта. Бынан алда коронавирус буйынса ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле сара 2020-нән 2021 йылдың йәйенә күсерелгәйне.
«Бөгөнгә беҙ республикала «Фольклориада»ны уҙғарыу позицияһын һаҡлайбыҙ һәм эпидемиологик хәлдең үҫешен күҙәтеп барабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡәтғи ҡарарҙы көтәбеҙ. Ошо көндәрҙә ойоштороу комитетының федераль һәм республика ағзалары ҡатнашлығында ҡарар ҡабул ителер тип уйлайбыҙ», — тине премьер-министр урынбаҫары.
Башҡортостанда Халыҡ-ара фольклор фестивале 3-10 июлдә ойошторола. Төп саралар – фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, күләмле костюмдар парады, мәҙәниәт буйынса ҙур конференция һәм һөнәрселәр күргәҙмәһе Өфөлә уҙғарыла.