Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:29

Хәҙер ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн күберәк түләйәсәкбеҙ

Әле беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тейәп алып киткәндәре өсөн 55 һумдан алып 75 һумға тиклем түләйбеҙ. Был хаҡ ҡала, тораҡ пункттарҙан сүп-сар ташыу 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ойошторолғанмы-юҡмы икәненә бәйле ине.

Әле беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тейәп алып киткәндәре өсөн 55 һумдан алып 75 һумға тиклем түләйбеҙ. Был хаҡ ҡала, тораҡ пункттарҙан сүп-сар ташыу 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ойошторолғанмы-юҡмы икәненә бәйле ине.
Белеүебеҙсә, республика биш зонаға бүленгән, һәр береһен үҙ төбәк операторы хеҙмәтләндерә. 1 февралдән уларҙың өсәүһе сүп-сар ташыған өсөн хаҡты күтәрә. Биш зона өсөн дә хаҡты 2018 йылда, йәғни “сүп-сар реформаһы” башланған мәлдә үк раҫлағайнылар, ләкин республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән ул минималь кимәлгә – 30-35 һумға төшөрөлдө. Иҫәп-хисапҡа ярашлы, һәр ауыл һәм ҡасабала сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу өсөн операторҙарға тап шул тиклем кәрәк булды. Юғиһә, төпкөл бер ауылға сүп ташығыс машина айына бер генә килә йәки бөтөнләй килмәй, ә 35-әр һум талап итәләр. Ике йыл эсендә системаны яйға һалдылар: республиканың барлыҡ ауыл-ҡасабаларында тиерлек контейнер майҙансыҡтары булдырҙылар, улар буйынса берҙәм мәғлүмәт базаһы эшләнеләр, сүп ташыусы машиналар паркы ҙурайҙы, уларҙың хәрәкәтен автоматик система теркәй. Әммә был ошо реформаның аҙаҡҡы маҡсаты түгел. Ҡалдыҡтарҙы ташыу ғына түгел, ә сорттарға айырыу, эшкәртеү һәм утилләштереү талап ителә. Бының өсөн төбәк операторҙарына полигондар һәм эшкәртеү предприятиелары төҙөргә кәрәк. Ә уның өсөн, тәбиғи, аҡса кәрәк һәм тарифтарҙы элек үк күҙ алдында тотолған кимәлгәсә күтәреү зарур.
Өс оператор - “Экология Т”, “Ҡалдыҡтарға идара итеү. Мәләүез” һәм “Махсус автохужалыҡ” - инвестиция программаларын раҫлатты ла инде. Улар, һанап киткәнгә ярашлы, 138 миллион һум, 159 миллион һум һәм 371 миллион һум тотонасаҡ.
Фото: involokolamsk.ru
Читайте нас: