Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 14:20

Ҡотҡарыусылар ҙа сәләмәт тормош яҡлы

Белорет биатлон базаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениеларының саңғы ярыштары үтте. Спорт менән даими шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында үткәрелгән ярышта Белорет, Бөрйән, Әбйәлил һәм Учалы ҡотҡарыусыларының йыйылма командалары ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә, командалар иҫәбе буйынса ҡаланың 44-се янғын-ҡотҡарыу часы I урынды яуланы. Учалылар – II, бөрйәндәр III урындарға сыҡты.
Ир-егеттәр араһынан беренселекте Белореттан Владимир Павлов береһенә лә бирмәне. Икенсе урында – Учалынан Алексей Бобылев, өсөнсөлә – Белореттан Айнур Иҫәнбаев. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ирина Маминова, Евгения Кадаева (Белорет) һәм Алина Тазетдинова (Учалы) иң етеҙҙәре булды.
Ярышты ойоштороусылар – 28-се ҡотҡарыу отряды трассаны әҙерләгәне өсөн спорт мәктәбе директоры Галина Рыжковаға һәм судья Светлана Павловаға рәхмәтен еткерә.
Фото: Белорет хакимиәте сайты.
Читайте нас: