Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 14:23

Үҙе бер ҡышҡы һабантуй!

Ә нәҡ Ҡоҙғон-Әхмәрҙә үткән ярышҡа килгәндә иһә, һәр ваҡыттағыса ҙур күтәренкелек менән үтте ул. Ярыш трассаһын әҙерләү, аш-һыу хәстәрләү, Маҡтау ҡағыҙҙарын яҙыу, бүләктәр алыу, заездар араһындағы бушлыҡты йыр-моң менән тулыландырыу ойоштороусылар, уларҙы күтәреп алыусы ауылдаштар иңенә төштө. Һәр береһе тиерлек сараға үҙ өлөшөн индерҙе. Кемдәрҙелер айырып әйтеүе яҙыҡ булыр, ахырыһы. Ауылдаштар был юлы ла һынатманылар.

Ә нәҡ Ҡоҙғон-Әхмәрҙә үткән ярышҡа килгәндә иһә, һәр ваҡыттағыса ҙур күтәренкелек менән үтте ул. Ярыш трассаһын әҙерләү, аш-һыу хәстәрләү, Маҡтау ҡағыҙҙарын яҙыу, бүләктәр алыу, заездар араһындағы бушлыҡты йыр-моң менән тулыландырыу ойоштороусылар, уларҙы күтәреп алыусы ауылдаштар иңенә төштө. Һәр береһе тиерлек сараға үҙ өлөшөн индерҙе. Кемдәрҙелер айырып әйтеүе яҙыҡ булыр, ахырыһы. Ауылдаштар был юлы ла һынатманылар.
Заездар 6 төркөмгә бүленде һәм унда 38 һыбайлы көс һынашты. Һәр заездың билдәләнгән үҙ саҡрымы. Тәүге заезда улар 1,5 йәшлек байталдарҙа ярышты. Әле һыбай йөрөүгә ныҡлап та өйрәнеп бөтмәгән, шул уҡ ваҡытта ҡурҡағыраҡ йәш юртаҡтарҙы һынап ҡарау мөмкинлеген асҡан тәүге заезда беренселекте Зиннур Ҡәҙерғолов хужалығының “Знак” ҡушаматлы юртағында Альфред Мөхәмәтйәров алды. Учалынан Тимур Калмыков “Арбалет”ында (“Батыршин” шәхси хужалығы) - икенсе, Әбйәлилдән Раяз Карабандин “Юлдаш” ҡушаматлы юртағында өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте. Өс йәшкә тиклемге юртаҡтар араһында ла сабыш көсөргәнешле барҙы: йә береһе, йә икенсеһе алға сығырға тырышты. Шулай ҙа Учалынан “Молния”- ла Илгиз Ғөбәйҙуллин, Тимер юл ауылынан Гордей Дятлов “Арғымаҡ”та, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Илнур Нәҙербаев “Ракета”һында тәүге урындарҙы береһенә лә бирмәне һәм лайыҡлы рәүештә миҙал, Маҡтау ҡағыҙы һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Башҡорт аттары 1 саҡрым да 300 метрҙан торған арауыҡты өс тапҡыр урарға тейеш булды. Был юлы ла башҡорт аттары үҙҙәренең сыҙамлы, талымһыҙ икәнен тағы ла иҫбатланы. Учалынан “Шатлыҡ”та Динар Фазлетдинов финишҡа тәүге булып килеп шатландырһа, “Ялҡын”да Винарис Вәлиев (Айгиз Вәлиев КФХ-һы) һәм “Абрек”та Арсен Таипов (Радик Фазлетдинов КФХ-һы) икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. “Эшсе аттар” заезында Илнур Нәҙербаев менән “Армат”ҡа (ат хужаһы Әмир Йосопов), Учалынан Тимур Калмыков менән “Самурай”ға, Илнур Хисмәтов менән “Осҡон”ға етеүсе булманы. Афарин, еңеүселәр!
Ҡышын буран туҙҙырып, сыбыртҡы уйнатып егелгән саналарҙа уҙышыу - халыҡтың иң яратҡан заездарының береһелер. Заезды күҙәтеүе лә мауыҡтырғыс күренеш. Ситтән күҙәтеп, һоҡланып тороуы ғына еңел икән, ә бына ат хужаларына ҡышҡы һыуыҡта өшөргә лә тура килде. Ә беренселек Ҡоҙғон-Әхмәрҙән бейеүсе “Буян”да һәм хужаһы Эдуард Зәбировта. Әзекәйҙән Рәфис Ғиззәтуллин “Ветерок”та елдәй елеп кенә - икенсе, “Карапузик”та Рушан Таһиров (Зиннур Ҡәҙерғолов хужалығы) өсөнсө булып финишҡа килде.
Ниндәй сабыш бәйгеһеҙ үтһен инде. Һуңғы заезд - бәйге. Был юлы юғары баҫҡыстарҙы учалылар яуланы. Пьедесталда - Арсен Таипов (Радик Фазлетдинов хужалығының “Сармат” ҡушаматлы аты), Динар Фазлетдинов (Рөстәм Фазылов КФХ-һының “Сокол”ы), Валера Филиппенко (“Батырхан”).
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 8-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: