Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 12:41

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында янғын һүндерелде

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында сыҡҡан янғын тулыһынса һүндерелде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында сыҡҡан янғын тулыһынса һүндерелде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.
«Бөгөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7-се 33 минутта утты тулыһынса һүндереүҙәре тураһында иғлан ителде. Янғынды һүндереүҙә бөтәһе 127 кеше ҡатнашты, 44 берәмек техника йәлеп ителде», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ғинуарҙа 235-се газ бүлеү бүлегендә янғын сыҡҡан. Был ваҡытта унда – 18, машина залында 25 кеше булған. Бензин, яғыулыҡ биреү ябылған.
«Газды ташлау өсөн тәғәйенләнгән метан-водород фракциялы 20 һәм 25 кубометр күләмендәге ике һауытта ут тоҡанған. Бер һыйышлыҡ емерелгән, икенсе һыйышлыҡтан бүленгән газ 10-15 метр бейеклектәге ялҡын булып яна», — тип хәбәр итте кисә ҡотҡарыусылар.
Янғынға ҡатмарлыҡтың дүртенсе дәрәжәһе бирелгән. Бер кеше ашығыс ярҙам менән токсикология бүлегенә оҙатылған. Берәүһенең үле кәүҙәһе табылған.
Читайте нас: