Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 13:14

Фатирһыҙ ҡала күрмәгеҙ!

Илебеҙҙә фатирҙар буйлап рейдтар башлана. Уларҙы торлаҡ инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ойоштора. Әлеге сараларҙың төп маҡсаты - законһыҙ рәүештә торлаҡ планировкаһын үҙгәртеүҙәрҙе асыҡлау һәм уларҙың хуҗаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу. Үҙ белдегең менән аш-һыу бүлмәһе ишеген алһаң да, штраф яҙып китергә мөмкиндәр.

Илебеҙҙә торлаҡ инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фатирҙар буйлап рейдҡа сыҡҡан да инде. Законһыҙ рәүештә торлаҡтың планировкаһын үҙгәртеүҙәрҙе, үз белдегең менән үткәрелгән коммуникацияларҙы асыҡлау менән бер рәттән, инспекторҙар башҡаларға иғтибар итәсәк. Миҫал өсөн, алып ҡуйылған аш-һыу бүлмәһе ишеге өсөн дә штрафҡа эләгергә мөмкин.
Фатирҙарға килгәнсе, инспекторҙар уның хуҗаларына яҙма рәүештә почта аша хәбәр ебәрә, үҙҙәренең бер айҙан һуң билдәләнгән сәғәттә киләсәген еткерә. Был хәбәр ике тапҡыр ебәрелергә мөмкин. Әгәр ҙә фатир хужаһы инспекторҙарҙы ҡабул итергә риза түгел икән, контролерҙар судҡа мөрәжәғәт итә һәм суд приставтары менән килә.
Әгәр ҙә торлаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙар техник талаптарҙы боҙмаһа, уларҙы бары теркәп кенә ҡуялар, ә инде хәүефле тип табылһалар, фатир хужаһынан уларҙы элекке хәленә килтереүҙе талап итәләр. Фатир хужаһы баш тартһа, торлағынан бөтөнләй ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Рейдтар башланыу уңайынан полиция хезмәткәрләре халыҡты уяу булырға саҡыра: инспекторҙар урынына фатирҙар буйлап енәйәтселәрҙең дә йөрөүе бик мөмкин. Торлағығыҙға бурҙар төшмәһен тиһәгеҙ, тикшереү менән килеүселәрҙең документтарын һорарға ҡыйынһынмағыҙ.
Фото: rusovok.ru
Читайте нас: