Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 13:07

Спорт клубтарының маҡсаттары үҙгәрәсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта "Башҡортостанда физик культура һәм спорт тураһында" законға үҙгәрештәр индерергә уйлайҙар.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта "Башҡортостанда физик культура һәм спорт тураһында" законға үҙгәрештәр индерергә уйлайҙар.
Документ спорт клубтарының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын көйләй. Айырым алғанда, улар граждандарның физик тәрбиәһе менән шөғҡлләнергә, күнекмәләр үткәрергә генә түгел, ә рәсми спорт һәм физик культура сараларын ойошторорға, халыҡты ГТО стандарттарын үтәргә әҙерләй аласаҡтар.
"Беҙ бындай ойошмаларҙың статусын күрһәтәбеҙ һәм, асылда, күрһәтеп кенә ҡалмайынса, уларҙың вәкәләттәрен һиҙелерлек киңәйтәбеҙ. Был алым спорт клубтары эшен көсәйтергә ярҙам итәсәк, һөҙөмтәлә, халыҡтың физик культураға һәм спортҡа ҡатнашыу дәрәжәһенә, спорт күнегеүҙәренең сифатына ыңғай яһарға тейеш. Был юғары спорт ҡазаныштары тураһында түгел, ә халыҡтың спортҡа һәм физик тәрбиәгә максималь ҡатнашыуы, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында", - тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Был закон проекты менән депутаттар масса-күләм спортҡа булышырға уйлайҙар.
Читайте нас: