"Ирәкташ"ҡа (Инзерские зубчатки) илткән һуҡмаҡ башланған урында урманды йығалар.
Бер нисә йыл элек туристарға ошо юлдан йөрөү тыйылғайны, ә хәҙер бында ағас тейәлгән йөк машиналары елдерә. Урман юҡҡа сыға, шишмә лә ҡорой. Әйткәндәй, урман ҡырҡыусылар хәҙер үҙҙәре шунда йөрөй.