Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 14:35

Радий Хәбиров халыҡты коронавирустан прививка эшләтергә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы республикала йәшәүселәрҙе коронавирустан прививка яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡырҙы, шулай уҡ уны үҙендә тикшереп ҡарауын һәм үҙен яҡшы тойоуын билдәләне.

Башҡортостан Башлығы республикала йәшәүселәрҙе коронавирустан прививка яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡырҙы, шулай уҡ уны үҙендә тикшереп ҡарауын һәм үҙен яҡшы тойоуын билдәләне.
«Хәҙер республикаға вакцина күпләп килтерелә.Әле үк Дәүләт хеҙмәттәре сайтында вакцинацияға яҙылырға мөмкин һәм кәрәк. Күпселегебеҙҙә иммунитет ни тиклем тиҙерәк барлыҡҡа килһә, республика шул тиклем тиҙерәк «коллектив иммунитет»ҡа ирешер. Шул саҡта беҙ ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтырбыҙ. Иҡтисадтағы юғалтыуҙарҙы ҡапларбыҙ һәм элекке һөҙөмтәләрҙе уҙып китербеҙ. Пандемия ғәмәлдәге тәртиптәрҙе емергән урындарҙа социаль ғәҙеллекте тергеҙербеҙ», — тине республика етәксеһе йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда.
Ул республикала йәшәүселәрҙән вакцинацияға етди ҡарауҙарын һораны. Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, халыҡҡа яуаплы булырға кәрәк, шул саҡта инде пандемияны тиҙҙән ҡурҡыныс төш кеүек онота алырбыҙ.
Читайте нас: