Паспорт йыш ҡына алыштырып була торған әйбер түгел, шуға ла ундағы фотоға матур итеп төшкө килә. Тик бына илебеҙҙә 11 ғинуарҙан Эске эштәр министрлығының яңы регламенты көсөнә ингән: паспорттағы фотоны эшкәртергә, "матурларға" ярамай.
Паспорттағы фотоға бер ниндәй үзгәртеүҙәр ҙә индерергә ярамай, кеше унда нисек бар, шулай булырға тейеш, тиелә регламентта. Граждандың йөҙөнөү барлыҡ билдәләре лә төп документта ысынбарлыҡтағы кеүек сағылдырылған булыуы мөһим, шуның өсөн паспортҡа төшкән фотоны эшкәртеү ҡәтғи тыйыла. .
Күҙҙәрҙең төҫөн үҙгәртеүсе линзалар кейеп паспортҡа фотоға төшөргә ярамай. Әгәр ҙә кеше күҙлек кейә икән, ул артыҡ ҡалын, быялалары ҡараңғылатылған булырга тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта паспорттағы фото кешенең ысын йәшенә тура килеүе зарур, йәшерәк саҡта төшкән фотоны ла ҡуйып булмай.
Мәскәүҙә пластик карта рәүешендәге электрон паспорттар бирелә башлаясаҡ. Ил буйынса иһә ҡағыҙ паспорттарҙы электронына алыштырыу 2024 йылда планлаштырыла. Сара этаптарға бүлеп башҡарыласаҡ. Әгәр ҙә кеше 45 йәшкә еткән икән, уның өсөн төп документын алыштырыу мәжбүри т үгел, элекке менән йөрөһә лә ярай.