Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 14:41

Донъя чемпионатында - өсөнсө

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта спорт туризмы буйынса Донъя чемпионатының спорт-туристик төркөмөндә өсөнсө урын алған Иван Паньковскийға миҙал һәм диплом тапшырҙы.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта спорт туризмы буйынса Донъя чемпионатының спорт-туристик төркөмөндә өсөнсө урын алған Иван Паньковскийға миҙал һәм диплом тапшырҙы.
Спортсы ярышта Башҡортостандың Белорет, Өфө, Нефтекама, Бәләбәй ҡалаларынан йыйылған команда составында ҡатнашты. Ярыштар Ҡырғыҙстандың тау һәм йылғалары буйлап һыу маршруты буйынса спорт-туристик поход рәүешендә үтә. Донъялағы иң ҡатмарлы йылғаларҙың береһе – Сарыджас йылғаһын яулауға ирешә спортсылар.
Бөгөн Иван Пальковский туризм буйынса спорт мастерына кандидат. Туризм уның өсөн ял һәм ваҡытты файҙалы үткәреү ысулы.
Спортсы өлгәшкән ҡаҙаныштарында туҡталып ҡалырға уйламай. Яҙын Кавказда үтәсәк Донъя чемпионатында ҡатнашыу теләге менән яна.
Читайте нас: