Белорет прокуратураһы ҡаланың 28 йортон хеҙмәтләндергән компанияла тикшереү үткәрҙе.
Асыҡланыуынса, компания билдәләнгән норматив буйынса иҫәп-хисап яһаған, ә йорттарҙа иҫәпләү приборҙары булған.
Шулай итеп, норматив буйынса иҫәп ҡуйыу Закон боҙоу тип иҫәпләнә. Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтарҙы яңынан иҫәпләп сығарыу талабын ҡуйҙы.
Һөҙөмтәлә, халыҡтың 3 млн. һумы ҡайтарылды. Компанияның дүрт хеҙмәткәре яуаплылыҡҡа тарттырылды.