Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 10:57

Әсәй тигән яуаплы һөнәр

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта 10 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Андрей Иванович ғәзиз әсәләрҙе юғары наградалары менән ҡотланы, артабан ғаилә бәхете, һаулыҡ, уңыштар, барыһы ла яҡшы булыуын теләне.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта 10 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Андрей Иванович ғәзиз әсәләрҙе юғары наградалары менән ҡотланы, артабан ғаилә бәхете, һаулыҡ, уңыштар, барыһы ла яҡшы булыуын теләне.
Белореттан Любовь Алексеевна Ғилманова, Марыя Эгамбергановна Рәхимова, Альбина Дамир ҡыҙы Шәрифова, Әлиә Яҡшыбай ҡыҙы Әхмәтханова, Юлиә Тимерйән ҡыҙы Баййегетова, Татьяна Петровна Потапова, Абҙаҡтан Зөлфиә Буранбай ҡыҙы Шакирова, Йөйәктән Вилиә Закирйән ҡыҙы Усманова, Олойылғанан Венера Ғәлимйән ҡыҙы Мағазова менән бергә “Әсәлек даны” миҙалына Тирләндән Надежда Леонидовна Тулаева ла (һулдан бишенсе) лайыҡ булды. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған Тулаевтарға был көндө күптәр һоҡланып ҡарағандыр. Яғымлы ҡараштары, тормош иптәшенә арҡаланып ҡына ҡултыҡлап тороуы, бер-береһен бүлмәй генә һөйләүе менән иғтибарҙы йәлеп итте улар. Надежда Леонидовна дәүләт наградаһын тулҡынланып ҡабул иткән. Шуғалыр ҙа тантанаға икенсе яртыһы Юрий Леонидович менән кинйәләре - 19 йәшлек Леонид менән килгән. Бүләкләү тантанаһында ғаилә башлығы үҙе ижад иткән шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Ул әҫәрен хәләленә һәм миҙалға лайыҡ булған әсәләргә бағышланы.

Тулы материалды гәзиттең 9-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: