Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 14:29

“Тәбиғәтен һаҡлап ҡалыуҙы уйлаясаҡбыҙ”

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Ирәкташтағы хәл торошо һәм күләмен билдәләү маҡсатында урынға сыҡты.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Ирәкташтағы хәл торошо һәм күләмен билдәләү маҡсатында урынға сыҡты.
“Ысынлап та, “Ирәкташ”ҡа илткән һуҡмаҡ башланған урында йығылған ағастар ята. Һуҡмаҡтан бер нисә метр алыҫлыҡта техника эшләй, ағастарҙы йығыу дауам итә. Ҡайтҡан ваҡытта 14 КамАЗ-ды абайланым.
Хакимиәт башлығы булараҡ, ағастарҙы йығыуҙы туҡтатыу вәкәләтем юҡ. Ерҙәр федераль һәм ағас эшкәртеү компанияларына рөхсәтте лә республиканың Урман хужалығы министрлығы бирә. 2016 йылда уҡ алынған.
Шулай ҙа, эре һәм популяр туристик объект янында ағастар ҡырҡылырға тейеш түгел. Ирәкташты Таганайҙағы кеүек милли йәки тәбиғи парк итеп эшләге килә.
Белорет, Тирлән йәмәғәтселәре менән һөйләштек. Февралдә республика Хөкүмәтендә министрлыҡ етәкселәре менән кәңәшмә үтәсәк. Кәңәшмәлә Ирәкташтың бай тәбиғәтен нисек һаҡлап булыу мөмкинлеген уйлаясаҡбыҙ”, - тине Андрей Иванович.
Читайте нас: