Республикала коронавирустан вафат булғандар һаны ҡырҡа артты.
Республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы 29 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте. Тәүлек эсендә 167 сирле өҫтәлгән. Шулай итеп, бөтәһе кешелә 23 912 коронавирус асыҡланған.
COVID-19-ҙан дүрт үлем осрағы теркәлгән. Бөтәһе 182 кеше вафат булған.
Стационарҙа 409 пациент дауалана, 49-ы – ауыр хәлдә, 17-һе – үпкәне елләтәү аппаратында.
5 668 кеше өйҙә дауалана. Бер тәүлектә — 138, йәмғеһе 18 062 сирле һауыҡҡан.
Хәбәр ителеүенсә, тәүлек эсендә 235 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған. Пневмониянан һауыҡҡан пациенттар — 198.