Башҡортостанда, 1 февралгә мәғлүмәттәр буйынса, 24 412 яңы коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Уҙған тәүлектә 165 кеше сир йоҡторған. Таралыу коэффициенты 1% артмай, тип белдерҙе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Әлеге ваҡытта 414 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 57-һе – интенсив терапия һәм реанимация бүлексәләрендә.
Министр һүҙҙәренсә, республика дауаханаларында коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү эше дауам итә. Әйтәйек, 1 февралдән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында ковид-госпиталдәр профилле йүнәлеш буйынса эшләй, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында инфекция үҙәктәре ябылды.
«Кәрәк булһа, 24-48 сәғәт эсендә беҙ уларҙы йәнә ойоштора һәм инфекцияны дауалау өсөн файҙалана алабыҙ», — тип хәбәр итте Максим Забелин. Әлеге ваҡытта республикала ковид-сирлеләр өсөн 6 323 урын әҙерләнгән, 35% буш, тип өҫтәне ул.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация йәһәтенән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы бөгөн-иртәгә республикаға 14 мең доза «Гам-Ковид-Вак» препараты килтереләсәген билдәләне. Февраль аҙағына тиклем уларҙың һаны 100 меңгә тиклем арттырыла.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан коронавирустан 20 142 доза вакцина алды. Республикала 14 меңдән ашыу кешгә вакцинаның беренсе компоненты яһалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләүен дауам итә. Өфөлә 218-19-19 телефоны буйынса көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем белгестәрҙең комментарийын алырға мөмкин.