Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 17:22

Өфө Евразия студент хәрби сәнғәт уйындарын ҡабул итә

5 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында өсөнсө Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары башлана.

5 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында өсөнсө Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары башлана.
Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһындағы ярыштар дүрт көн дауамында бара. Улар айкидо, тай боксы, самбо, кикбоксинг, бөтә стилдәге каратэ, билбау көрәше, тхэквон-до, ушу, мас-рестлинг буйынса сығыш яһай.
«Командаларҙың һан яғынан составы ауырлыҡ категорияһында йәки программаның күрһәтеү төрөндә ике кешенән артмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән 25-кә тиклем», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә беренсе асыҡ Евразия студент хәрби сәнғәт уйындарында Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы еңеү яуланы.
Читайте нас: