Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 19:19

Һүгенер алдынан уйла!

1 февралдән алып социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған өсөн штрафтар үҙ көсөнә инде.

1 февралдән алып социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған өсөн штрафтар үҙ көсөнә инде.
Һүгенгән өсөн кешегә штраф һалынмаясаҡ, уның яҙып ҡалдырған комментарийҙары ғына юйыласаҡ. Был социаль селтәрҙәге ҡулланыусыларға теҙгенде бушатырға, насар һүҙҙәрҙе элеккеләй иркен ҡулланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Бындай контентты сайт йә социаль төркөм хужалары юйырға, кәрәк булһа, ҡулланыусының бында хоҡуғын сикләргә тейеш була.
Һүгенеү һүҙҙәре булған яҙмаларҙы һәм башҡа законға ярашһыҙ мәғлүмәтте юйыуҙан баш тартҡан интернет-майҙансыҡтарға һигеҙ млн. һумға тиклем штраф янай.
Шул уҡ һүгенеү һүҙҙәре ҡулланып оппонентын мыҫҡыл итеп, кәмһетеп яҙғандар өсөн ил закондары кодексында "Кәмһетеү" статьяһы бар. Уның сиктәрендә закон боҙғандарға 100 МРОТ-ҡа тиклем күләмдәге штраф йәки ярты йылға һуҙылған холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
Йәмәғәт урындарында һүгенгәндәр 15 тәүлеккә иректәрен мәхрүм ителә, йәки 15 минималь эш хаҡы дәүмәдәге штраф түләй.
Фото: Интернеттан
Читайте нас: