-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 17:31

Матбуғатҡа ваҡытынан алда яҙылыу башланды

Башҡортостанда гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
31 мартҡа тиклем былтырғы хаҡтар менән киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин.
Акцияла 1,2 меңдән ашыу баҫма ҡатнаша. Уларҙың 140-тан күберәге – Башҡортостанда нәшер ителгән республика, район, ҡала гәзит-журналдары, 360 федераль әһәмиәттәге баҫма, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә донъя күргән баҫма киң мәғлүмәт саралары.
Матбуғатҡа podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ ҡағыҙ каталог буйынса барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм өйҙә почтальон аша яҙылырға була.