Магнитогорск “Ситно” холдингына ингән Белорет икмәк комбинатының ябылыу сәбәптәре әле булһа рәсми рәүештә иғлан ителмәгән, тип яҙа үҙ сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Бер аҙна элек предприятиеның йөҙ эшсеһенә комбинаттың бер йылға реконструкцияға ябылыуы тураһында хәбәр итәләр һәм билдәле бер ваҡыттан һуң эшкә кире алырға вәғәҙәләп, үҙ теләктәре буйынса эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушалар. Көтөлмәгәнлектән юғалып ҡалған эшселәр шунда уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәклекте иҫтәренә төшөрмәй, әлбиттә.
Район-ҡала етәкселеге менән осрашыуға килгән элекке хеҙмәткәрҙәр ғаризаны баҫым аҫтында яҙыуҙарын да йәшермәйҙәр. Әлеге мәлдә был сетерекле мәсьәлә йәһәтенән прокуратураға коллектив ғариза әҙерләнә.