Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 16:50

Ни өсөн COVID-19 кисергәндәргә һәм прививка яһатҡандарға битлек кейеү кәрәк?

Һауыҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән G имунноглобулиндары (антиесемдәр) кәмей башлаһа, яңынан коронавирус инфекцияһын йоҡторорға мөмкин. Йәки кешелә вирустар уның антиесемдәренә ҡарағанда күберәк була. Өфө профессоры Нәүфәл Заһиҙуллин өйрәтеү видеоһында ошо хаҡта һөйләне.

Сирҙе еңгәндән һуң айҙар үткән һайын ауырып китеү хәүефе арта.
Шулай уҡ яңы штамдарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Әйтәйек, Британияла яңы штамды йоҡторғандар күп, хәйер, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул элеккеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә.
Табип ҡабаттан сирләмәҫ өсөн битлек кейеп йөрөргә һәм прививка яһатырға кәңәш бирә.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: gtrkkursk.ru
Читайте нас: