Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 18:05

Башҡорт балын бөтә ерҙә лә яраталар

“Медовз” компанияһы 2020 йылда 4,6 миллион һумлыҡ экспорт килешеүе төҙөгән.

“Медовз” компанияһы 2020 йылда 4,6 млн. һумлыҡ экспорт килешеүе төҙөгән.
Быға БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты БР экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә үткәргән онлайн бизнес-миссиялар һәм видеоконференциялар булышлыҡ иткән.
“Сикләүҙәргә бәйле сараларыбыҙҙы онлайн үткәрәбеҙ. “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” кәңәшмәһендә беҙҙең етештереүселәр үҙ продукцияһын икенсе дәүләттә булған сауҙа вәкиллегенә тәҡдим итә ала. БР экспортҡа ярҙам итеү үҙәге сит илдәрҙә партнер эҙләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә”, – ти БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
2020 йылда БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты БР экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә 41 онлайн-миссия ойошторған. Уларҙа республиканың 82 предприятиеһы ҡатнашҡан. 25 “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” видеоконференцияһы үткәрелгән.
Экспортҡа ярҙам саралары “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тоормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: