Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:26

Етәкселәр хоккей уйнай

Муниципаль район хакимиәте һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының йыйылма командалары Сермәндә туплы хоккей буйынса матчта осрашты.

Муниципаль район хакимиәте һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының йыйылма командалары Сермәндә туплы хоккей буйынса матчта осрашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта командаһы күпселек мәрәй менән коллегалары - Сермән, Ишле, Әзекәй, Егәҙе, Асы, Николаевка, Йөйәк, Тимер юл, Сосновка ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын 8:4 иҫәбе менән “ҡыйратты”.
«Бөгөн Сермәндә үҙем генә ике туп индерҙем. Еңеү менән ҡәнәғәтмен, коллегаларымдың спорт менән шөғөлләнеүенә ҡыуанам. Ауыл хакимиәте башлыҡтарына - инициативалары, ә сермәндәргә уйынды ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Район ойошмаларында берҙәм, көслө команда кәрәк. Артабан да төрлө спорт буйынса бергәләп щөғөлләнергә мөмкин. Матч алдынан күнекмәләр үттек, уйын техникаһын иҫебеҙгә төшөрҙөк”, -
тине муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванович уйын һуңында.
Әйткәндәй, хоккей матчы район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында үткән тәүге уйын түгел. Күптән түгел улар волейбол буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашты. Әле командалар футбол, волейбол, бильярд һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштарға әҙерләнә башланы.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған дуҫтарса осрашыу күтәренке кәйефтә, сәй табыны менән тамамланды.
Читайте нас: