Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 18:23

Грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә.
Республикала 1 февралдән 7-һенә тиклем бөтәһе 24 483 кеше ОРВИ һәм грипп йоҡторған. Был уҙған аҙнаға ҡарағанда 1,2% күберәк. Өфөлә 6774 кеше ауырый (14% кәмегән).
«Республикала сир күрһәткесе өлкәндәрҙең ауырыуы иҫәбенә эпидемик сиктән 21% юғарыраҡ, Өфөлә – эпидемик сик кимәлендә. Сирлеләрҙең яҡынса 50% – 17 йәшкә тиклемге балалар», — тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: