“Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай”, “Хоккей - ҡатын-ҡыҙҙар уйыны түгел” әйтемдәре күптән инде көнүҙәк түгел. Үҙҙәренең ҡурҡаҡ түгеллеген һәм хоккейҙы ла ир-аттарҙан һис кенә лә ҡалышмай уйнай белеүҙәрен Йөйәк
һәм Ғәбдөк ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла бер ҡат иҫбатланы.
Ял көндәре Йөйәк ауылы биләмәһендә ҡышҡы уйындар үтте. Биләмәгә ҡараған ике ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары боҙҙа туплы хоккей уйыны үткәреп, күңелле ял ойошторҙо. Ҡышҡы уйындар ҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды.
Уйын Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Салауатовтың тәбрикләү телмәре менән асылды. Радим Ғариф улы барыһына ла күңелле ял, ғәҙел уйын теләне, хәүефһеҙлек саралары тураһында ла иҫкәртте. Спорт
сараһы Башҡортостан гимны менән тантаналы асылғас, командалар үҙҙәре менән таныштырып үтте. Ярыш судьялары һайланды. Боҙҙа туплы хоккей уйыны ҡыҙыу һәм йәнле барҙы. Командаларҙың береһе лә еңел
генә бирешергә теләмәне, көйәрмәндәр ҙә активлыҡ күрһәтте. Хатта көндәрҙең йылы тороуы, ямғырҙың боҙ өҫтөн һыулап үтеүе лә уйынға ҡамасауламаны, командаларҙы сәмләндерҙе генә.
Йөйәк ағинәйҙәре, байрамға йәм өҫтәп, мул өҫтәл дә әҙерләгән. Уйынсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә уйындан һуң, ҡайнар сәй, тәмлекәстәр менән һыйланды. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, балаларҙа халыҡ бейеүҙәренә һөйөү уятҡан, бейеү түңәрәге алып барған Ринат Мәжитов “Һунарсы” бейеүен бүләк итте.