Ҡаргиҙәрҙә юғалған туристарҙы урманда һунарсы йортонда тапҡандар.
Межгорье туристарын эҙләү уңышлы тамамланған, улар төнөн Ямантау тауы янында табылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 7 февраль иртәһендә урындағы кешеләр биш ҡаргиҙәрҙә Ямантау тауына юллана һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Кеҫә телефондары ла тотмай. Туристарҙы эҙләүгә ике машинала һәм ике ҡаргиҙәрҙә биш ҡотҡарыусы йәлеп ителә. Туристар төнгө сәғәт 3-өстәрҙә Ямантау артындағы һунарсы йортонда табыла. Улар медицина ярҙамына мохтаж түгел.