Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 16:52

Йорттарға капиталь ремонт эшләү дауам итә

2021 йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 4,2 млрд. һумға 905 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт эшләү, шул иҫәптән 458 лифтты алмаштырыу планлаштырыла. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыу кимәле 93,6% тәшкил итә.

2021 йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 4,2 млрд. һумға 905 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт эшләү, шул иҫәптән 458 лифтты алмаштырыу планлаштырыла. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыу кимәле 93,6% тәшкил итә.
2014 йылда башланған һәм 30 йылға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһына 17 023 бина индерелгән, шуларҙың 5 050-һе Өфөлә урынлашҡан. Һуңғы алты йылда республикала 6,5 мең йортта эштәрҙең бер йәки бер нисә төрө башҡарылған. 2020 йылда 800 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 4 миллиард һумға капиталь ремонт эшләнгән.
Башҡортостанда капиталь ремонт буйынса эштәрҙең бөтә төрҙәренә лә гарантия – 5 йыл. Был осорҙа подрядсы асыҡланған етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә бөтөрөргә тейеш ( вандализм һәм башҡарылған ремонттың сифатына ҡарамаған башҡа факторҙарҙан тыш).
2021 йылда Белоретта ла 9 күп фатирлы йорттоң ҡыйығын алыштырыу ҡаралған. Ҡаланың Косоротов урамының 10-сы, 15-се, 16-сы, Точисский урамының 17-се, 19-сы, 26а, Киров, 40а һәм Тюленин, 34/4 йорттарында ҡыйыҡтар алыштырылһа, Точисский,19 һәм Крупская, 43 йорттарының тышҡы йөҙөн яңыртыу, йылытыу ҡаралған.
Быйыл 4 йортта лифт ҡорамалдарын яңыртыу планлаштырылған. Ленин урамының 34-се,73-сө, Ғафури урамының 34-се һәм К.Маркс урамының 46-сы йорттарында йәшәүселәр яңы ҡорамалдар менән файҙалана аласаҡ. Ә ике йортта – Точисский, 36 һәм Октябрҙең 50 йыллығы, 60-сы йорттарҙың йылытыу системаһында ремонт эштәре көтөлә.
Читайте нас: